Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре йорттарға газ үткәреүҙә ташлама ала

Уларға сертификаттар бирелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға була. Ошондай уҡ ташлама Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалид һәм күп бала тәрбиәләүсе финанс яҡтан ауыр хәлле ғаиләләр өсөн ҡаралған.