Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе артҡан

Ғинуар-октябрь айҙарында 2,8 процентлыҡ үҫеш теркәлгән. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, электр ҡорамалдары, мебель эшләп сығарыуҙа, ҡаҙылма байлыҡтар табыуҙа ҙур үҫеш күҙәтелә. - Беҙҙең республика Рәсәйҙең ҡеүәтле сәнәғәт төбәге булып тора. Беҙ нефть табыуҙа алдынғы урындарҙа, Башҡортостан химия сәнәғәте һәм машиналар төҙөлөшө үҙәге, - тине Андрей Назаров.