Фән һәм юғары белем биреү министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылда урта белем алыусы меңдән ашыу студент дрондар менән идара итә аласаҡ. Быйыл иһә 50 кешене өйрәтеү бурысы ҡуйыла. Курстарҙа пилотһыҙ аппараттар өсөн программа яҙырға, төрлө төҙөкһөҙлөктәрҙе бөтөрөргә лә өйрәтәләр.