Ул Нефтекамала урынлашҡан. Бындай үҙәк ата-әсәләр һорауы буйынса булдырылған. Проектты хәрби комиссариат һәм ҡала властары хуплаған. Бөгөнгә 200-ҙән ашыу кеше хәрби әҙерлек үтергә теләк белдергән. Улар араһынан 30-ы һайлап алынған. Буласаҡ һалдаттарҙы хәрби хәрәкәттәр ветерандары өйрәтә. Бындай тәжрибәне бөтә республикала ҡулланырға тәҡдим ителде.