Операторҙар махсус хәрби операцияға юлланыусыларға кәңәштәр бирә. Медицина тикшереүе үтеү, сәләмәтлекте нығытыу буйынса һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин була. Был турала Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале баш табибы Хәлил Мостафин белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бөгөнгә махсус операцияла ҡатнашҡан егерменән ашыу кеше реабилитация өсөн юллама алған, шифаханаларҙа 33 хәрби һаулығын нығытҡан.