Өфөләге иң оҙон һырғалаҡ Ағиҙел яры буйында була

Ул "Торатау" конгресс-холы янындағы амфитеатр биләмәһендә урынлаша. Катоктың оҙонлоғо 1 километрҙан арта. 12 мең ярым квадрат метр майҙан боҙ менән ҡаплана. Теләгән һәр кеше үҙенең конькиҙары менән бушлай шыуа ала.  Быйыл Өфөлә 31 боҙ һырғалағы асыла.