Өфөлә "Нефтехимиктар" паркында реконструкция эштәре һуҙыла

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡуйылған план декабргә тиклем үтәлергә тейеш ине. Әммә иҡтисади шарттар арҡаһында төҙөлөш материалдарын алыу ҡатмарлашҡан. Хәҙер парктың киләһе йылдың йәйенә тиклем төҙөкләндерелеп бөтөүе көтөлә.