Башҡортостанда социаль ярҙам күрһәтеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандар һәм уларҙың яҡындарына социаль ярҙам күрһәтеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда тәүге ултырыш үтте. Эшсе төркөм 100-гә яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән. Һорауҙар башлыса хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡағыла. Яраланған ир-егеттәргә ярҙам һәм реабилитация, ғаиләләргә социаль гарантиялар, тейешле түләүҙәр һәм башҡалар. Эшсе төркөм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылау туплау һорауҙары буйынса республика координация үҙәге менән берлектә эшләй.

Закон буйынса 3 миллион түләнергә тейеш булып, тик яртыһы түләнгән осраҡтар бар. Шуға күрә ошондай һорауҙарҙы хәл итәсәкбәҙ. Ултырышта прокуратура, тәфтиш комитеты, һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре бар - ведомстволар менән берлектә мөрәжәғәттәрҙе ентекле өйрәнәсәкбеҙ.