Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә бүләкләү тантанаһы үтте

Донбасс халҡына, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға хәйриә ярҙамы ойошторған, гуманитар ылау алып барған кешеләргә Башҡортостан башлығының, сәйәси фирҡәнең рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында ойошма етәкселәре лә, эшҡыуарҙар ҙа, водителдәр ҙә бар. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Юлдаш Биков һуңғы йылдарҙа Донбасҡа 20 тапҡыр барып ҡайта. Оҙайлы йылдар дауамында Украина ҡыҫымынан зыян күргән ерле халыҡҡа аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре, медицина кәрәк-яраҡтары алып бара. Емереклектәрҙе тергеҙеү өсөн төҙөлөш материалдары ташый. Тәжрибәле водитель бөгөн бүләкләнеүселәр араһында.

Бүләкләнеүселәр исемлегендә Рәфил Ғәлиханов та бар. Ул да һуңғы йылдарҙа Өфө-Донбасс араһын 20-ләп тапҡыр үтә. Ерле халыҡ беҙҙе ҡотҡарыусылар итеп ҡабул итә, ҡыуанып ҡаршы ала. Һуңғы ваҡытта иһә Башҡортостан яугирҙәре өсөн тәғәйенләнгән ылауҙарҙы алып барабыҙ, яҡташтарҙың йөрәк йылыһын еткерәбеҙ, ти ул.

Хәйриә ярҙамы ойоштороуға тотош республика халҡы ҡушылған, берәүҙәр кейем-һалым, икенселәре аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Мәсетле районынан дүрт фермер берләшеп меңдән ашыу банка быҡтырылған йылҡы ите оҙатҡан. Мин үҙем Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаштым, егеттәргә ярҙам кәрәклеген аңлайым, ти Руслан Ахунов.

Алғы һыҙыҡтағыларға йылы аш ҡына түгел, рухи аҙыҡ та кәрәк. Мәҫәлән, йырсы Рәмил Баҙамшин Башҡортостандың Шайморатов, Доставалов батальондары алдында концерт программаһы менән сығыш яһаған. Өфө күп профилле колледжы студенттары ла хәрбиҙәргә ярҙам акцияһы ойошторған, Пензаға барып ҡайтҡан.

Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға броня ҡуйылған транспорт саралары, төндә күҙәтеү ҡоролмалары, квадрокоптерҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатыла. Гуманитар ярҙам яугирҙарҙың ихтыяжын иҫәпкә алып туплана.Ошо көндәрҙә мобилизацияланған яҡташтарбыҙ өсөн дә ылау әҙерләнә.

Бүләкләү тантанаһы ҡатмарлы шарттарҙа иңен ҡуйған, ярҙам ҡулы һуҙған ирекмәндәргә оло рәхмәттең бер сағылышы ғына. Улар үҙ миҫалында берҙәмлектең көсөн иҫбатлай. Һәр береһе хәленән килгәнсә булышлыҡ итә,сөнки алғы һыҙыҡтағылар өсөн һөйөү тулы балалар һүрәте лә, эскерһеҙ хаттар ҙа сикһеҙ ярҙам, яңы еңеүҙәргә этәргес.

Дуҫлыҡ, берҙәмлек ауырлыҡ, һынау килгәндә һынала. Башҡортостан халҡы әлеге шарттарҙа үҙенең ойошҡанлығын, рухи ныҡлығын иҫбатланы. Республика йәмәғәтселеге бер ғаилә булып, ҡулға-ҡул тотоноп хәйриә акцияларын ойошторҙо. Донбасс халҡына ла, Башҡортостан батальондары егеттәренә лә, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ла гуманитар ярҙам оҙатылды!

Рәмзиә Кәримова