Ватан Геройҙары көнө алдынан Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә илһөйәрлек менән һуғарылған сара уҙғарылды. Осрашыуға Рәсәй Геройҙары, республиканан сыҡҡан хәрбиҙәр, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм студенттар саҡырылды.
Йәштәр ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтар менән танышып, уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Сара сиктәрендә Башҡортостан вәкиллеге ҡарамағында офицер-ветерандар клубын тергеҙеү ҡарары сығарылды. Төп бурыс мәғариф учреждениелары, юғары уҡыу йорттарында патриотик сараларҙы йәнләндереп, лайыҡлы быуын тәрбиәләү.
Шулай уҡ дәүләт һәм хәрби структуралар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыла.
Күләмле сараны ойоштороуҙа эшҡыуарлыҡ буйынса Совет та ярҙам күрһәткән. Санкт-Петербург башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова билдәләүенсә, йәштәрҙең рухи донъяһын байытыуҙа бындай осрашыуҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.