Ул 22 декабргә тиклем дауам итә. Быйылғы сара рус композиторы Александр Скрябиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған. Фестивалдең тәүге көнөндә милли симфоник оркестр менән бергә Санкт-Петербургтан Пётр Лаул сығыш яһаны.
Скрябин исемендәге пианистар конкурсы еңеүсеһе концертта үҙе сығыш яһаны. Сараның икенсе бүлегендә баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге оркестр Александр Скрябиндың «Экстаз поэмаһы»н һәм Петр Чайковскийҙың «Франческа да Римини» фантазияһын уйнаны. Фестиваль Рәсәй мәҙәниәт министрлығының «Бөтә Рәсәй филамония миҙгелдәре» программаһы сиктәрендә үтә.