Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан бындай сараның уҙыуы үҫмерҙәргә артабан да оло еңеүҙәргә дәртләндерә. «Абилимпикс» чемпионаты инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе. Әммә сәм, ныҡышмалыҡ, көнәркәшлек йәһәтенән башҡа бер конкурстан да ҡалышмай. Унда ҡатнашыусылар төрлө компетенциялар буйынса һынау тота.
Республика «Абилимпикс» хәрәкәтенә 2015 йылда, башланған ваҡытынан уҡ ҡушылды. Тәүге йылда ни бары 35 кеше генә ҡатнашһа, хәҙер чемпионат Башҡортостандан 756 үҫмерҙе берләштерә. Улар етмештән ашыу компетенция буйынса көс һынаша. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был күренеш эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы артыуына ишара һәм компетенциялы йәштәр бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаясаҡ.