Башҡортостан егеттәре көҙгө саҡырылыш сиктәрендә Алыҫ Көнсығышҡа юлланды

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы 180 егет ҡоро юл ғәскәрҙәре сафын тулыландырасаҡ. Хәрби эшелонды тантаналы оҙатыу сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова әҙерләгән видеояҙмала.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙе оркестр тантаналы марш менән оҙата. Рәсәй Армияһының запастағы полковнигы әрме хеҙмәтенә саҡырылыусылар алдында сығыш яһаны - намыҫлы хеҙмәт итергә, тоғро дуҫтар табырға, бер-береңә ярҙам итергә өндәне. Һауа торошо һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең күңеле көр.

Хеҙмәткә оҙатылыу алдынан егеттәр короновирус инфекцияһын асыҡлауға тест үтә, һәр береһе медицина битлектәре, антисептиктар, йылы кейем һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән. Алыҫ көнсығышҡа юлланған вагондар ҙа санитар эшкәртеү үткән. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың төп өлөшө һөнәр алыу өсөн 4-5 айға уҡыу үҙәктәренә ебәрелә.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы бер егет тә Махсус хәрби операция үткәрелгән территорияға ебәрелмәйәсәк. Бер йыл хеҙмәт иткәс, улар өйҙәренә ҡайтарыла. Был Башҡортостандан икенсе эшелон, егеттәр Алыҫ Көнсығышҡа юллана.

Спартак Джикаев, Башҡортостан хәрби коммисариатының бүлек етәксеһе урынбаҫары

Яҡындарын хәрби хеҙмәткә оҙатыусылар буласаҡ һалдаттарҙы вагон тәҙрәләре аша ҡул болғап оҙатты. Атай-әсәйҙәр балаларына юлға аҙыҡ, кәрәк-яраҡтар тапшырып, күңелен тынысландырҙы. Барыһы ла Ватан һаҡсыларына изге теләктәрен юлланы.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итә. Ошо осорҙа Башҡортостандан 4 мең егет Ватан алдында бурысын үтәйәсәк. Хабаровск крайына хәрби хеҙмәткә юлланған егеттәрҙе 5 көнлөк юл көтә.

Лилиә Мәҡсүтова