Яңыртылған бинала пациенттар өсөн көндөҙгә стационар, процедуралар кабинеты ойошторолдо, балаларҙы айырым хеҙмәтләндереү бүлеге булдырылды. Урындағы халыҡты һәм ял итеүселәрҙе терапевт, стоматолог һәм хирург кеүек белгестәр ҡабул итә башланы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Яҡты, иркен, заманса. Павловка ауылындағы амбулаторияға йөрөүселәр яңыртылған объектты көтөп алды. Ауыл исеме республикала ял урындары менән билдәле булһа ла, медицина учреждениеһы әлегәсә ыңғай тәьҫорат уятмаған. Сафтан сығып барған амбулаторияла төҙөкләндереү талап ителгән.
Амбулатория Һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә яңыртылды. Емерелеп барған стена, иҙән, түшәмдәрҙе тәртипкә килтереү өсөн 14 млн һум аҡса йүнәлтелгән.
Амбулаторияны төҙөкләндереү өсөн 5 ай самаһы ваҡыт талап ителгән. Киләһе йылға медицина учреждениеһына өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү күҙаллана.
Флорида Ким