Чемпионатта 8 март, Нуғай, Чесноковка кеүек 7 янғын һүндереү бүлеге ҡатнашты. Ҡотҡарыусылар ҡаршылыҡтар аша үтеү һәм 4 ҡатлы бинаға күтәлереү оҫталығында бәйге тотто. Сарала ҡатнашыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
Сигнал бирелеү менән, ҡотҡарыусылар уҡ кеүек финишҡа атыла. 100 метрлыҡ дистанцияла 8 март биҫтәһе янғын һүндереү часы вәкиле Алмаз Мөҙәрисов тә бар. Бала саҡтан ҡотҡарыусы булырға хыялланған ир янғын һағында ун йылдан ашыу. Уның иңендә - ҡотҡарылған тиҫтәләрсә ғүмер, янғындан алып ҡалынған йөҙҙәрсә милек. Хәүефле сафта һаулыҡ ныҡ, мускулдар көслө булырға тейеш, ти ҡотҡарыусы. Етәксе булараҡ, үҙ миҫалында хеҙмәткәрҙәрен дә спортҡа йәлеп итә.
Ярыштың икенсе өлөшөндә янғын һүндереүселәргә махсус баҫҡыс ярҙамында бинаның 4-се ҡатына менергә кәрәк. Был, әлбиттә, көс һәм тиҙлек талап итә. Шул рәүешле ҡотҡарыусылар күп ҡатлы йорттарҙа эшләү оҫталығын камиллаштыра.
Янғын башняһына ваҡытҡа менеү буйынса ил рекорды 12 секунд тәшкил итә. Күнекмәлә Нуғай янғын һүндереү бүлеге ҡотҡарыусыһы Әмир Аслаев яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Егет чемпионатта ҡатнашыусылар араһында иң йәш янғын һүндереүсе. 19 йәшлек студент уҡыу менән яуаплы эшен бергә алып бара.
Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу буйынса чемпионат 2009 йылдан бирле ойошторола. Пандемиянан һуң быйыл тергеҙелгән бәйге ҡотҡарыусыларҙың физик көсөн арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора. Иң көслө тип танылған командалар ил кимәлендә республика данын яҡлай.
Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһендә Иҫке Турбаҫлы ауылы янғын һүндереү часы беренсе урынға сыҡты. Хәҙер улар алдында чемпионаттың республика этабына әҙерләнеү бурысы тора.
Рәзилә Ғиниәтуллина