Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районынан Ҡаҙағстанға 2 мең яңы йыл ағасы экспортлаған. Бынан тыш, ҡарағай һәм шыршылар Ырымбур һәм Мәскәү өлкәләре, Краснодар крайына алып барыла. Яңы йыл ағастары фитосанитар талаптарға тикшерелгән, етешһеҙлектәр асыҡланмаған.