Башҡортостанда урман хужалығын үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан яҡынса 3 миллиард һум бүленә

Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аҡса өс йылға иҫәпләнә. Субвенция ағас ултыртыу, ҡоротҡостар менән көрәш, урман янғындарын һүндереү, шулай уҡ техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға тәғәйенләнә. Республикала майҙаның 40 процентын урман биләй.