Иҡтисади үҫеш министрлығы ауылда туристарҙы ҡабул итеү өсөн талаптарҙы аныҡланы. Уға ярашлы, ҡунаҡтар туҡталған йортта бөтә уңайлыҡтар булырға тейеш. Өй эсендә йылы һәм һалҡын һыу үткәрелеүе, айырым һауытта эсәр һыу ҡуйылыуы, электр уты, елләтеү системаһы йыһазландырылыуы шарт. Аныҡ талаптар илдә агротуризмды үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, тип белдерәләр министрлыҡтан.