27 декабрҙә район-ҡалаларҙа 7 мең 700 уҡыусыға бүләктәр тапшырыла. Уларҙы төбәк бюджеты иҫәбенә һатып алалар, тип белдерәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. 22 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика шыршыһы була, унда махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған яугирҙәрҙең балалары саҡырыла.