Өфөлә «Урта быуаттарҙағы Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы» тип исемләнгән Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Күләмле сара ғалим , тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналды. Башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусы шәхес һәм республикала булдырыласаҡ яңы музей тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Тарихи ҡатламдарҙы белер өсөн шуруф ҡаҙыныҡ, культура ҡатламдары плиталарҙың аҫтында ята.
Профессор Нияз Мәжитов үҙенең экспедиция эшмәкәрлеге барышында Урал төбәктәрендә генә дүрт йөҙҙән ашыу археология ҡомартҡыһын тикшергән. Өфө II боронғо ҡаласығында тәүгеләрҙән булып фәнни-тикшеренеү, ҡаҙыныу эштәрен башлап, унда IV-XIV быуаттарға ҡараған уникаль артефакттар таба. Ҡаланың тарихи урынына бәйле яңы асыштар яһай.
Күренекле ғалимдың исемен мәңгелләштереү йүнәлешендә һөҙөмтәле эш алып барыла. Икенсегә уҙғарылған «Мәжитов уҡыуҙары» быға асыҡ дәлил. Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар бар ғүмерен экспедицияларға арнаған шәхестең фәнни ҡаҙаныштары, археологик мираҫы менән таныша алды. Фойела Башҡортостандың Милли музейы тарафынан бай күргәҙмә ойошторолдо.
Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған конференцияла тарих, археология, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм өйрәнеү өлкәләрендә эшләгән етмештән ашыу белгес, шул иҫәптән Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан ғалимдары ҡатнашты. Күләмле сара «Урта быуаттарҙағы Евразияның күсмә халыҡтары цивилизацияһы» тип исемләнде. Был осраҡлы түгел. Башҡортостанда ҙур музей төҙөлөшө планлаштырылған.
Евразия күсмә халыҡтары музейы бер нисә тарихи ҡомартҡыны берләштерәсәк. Улар иҫәбендә - Алтын Урҙа осорона ҡараған Турахан һәм Хөсәйенбәк таш кәшәнәләре. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров музей ойоштороу буйынса эшсе төркөм булдырып, август аҙағында Шишмә районында тәүге күсмә кәңәшмә лә уҙғарғайны.
Булдырыласаҡ объект «Беҙ кем?» тигән һорауға яуап биреп, палеометалл осоронан Урта быуаттар аҙағына тиклем кешелек үҫешен күрһәтергә тейеш.
Музейҙы Турахан кәшәнәһе янында төҙөү планлаштырыла. Әлегә урындағы рельеф тикшерелгән, тарихи белешмәләр йыйылған. Ҡаҙыныу эштәре барышында ҡәберлектәр ҙә асыҡлана.
Турахандың кем булыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Шуға күрә бөйөк шәхестең тарихын да өйрәнергә, асыҡларға кәрәк. Яңыраҡ башҡорт ғалимдары Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға фәнни экспедицияларҙа ҡатнашып ҡайтты. УНда «түрә» термины менән батшалыҡ итмәгән хан улдарын атап йөрөткәндәр. Шул уҡ ваҡытта ул хакимлыҡ та итә алған.
Шуға күрә кәшәнә ҡуйылған урында Алты Урҙа дәүләтенең юғары статуслы кешеһе ерләнгән булыуын фаразларға мөмкин. Әйткәндәй, буласаҡ музей эскпозицияларын байытыуҙа сит ил ғалимдары ла ярҙам итергә әҙер.
«Мәжитов уҡыуҙары» сиктәрендә тарих һәм археология өлкәләрендә яңы асыштарға нигеҙ һалынды. Конференцияла ҡатнашыусылар 1375 йылғы Каталония атласы күсермәһе менән дә таныша алды. Һарыҡ тиреһенә яҙылған төп нөсхәһе Францияның милли китапханаһында һаҡлана. Сауҙа юлдары күрһәтелгән был донъя картаһында йөҙҙәрсә ҡала араһында Башҡорт тип исемләнгәне лә бар. Белгестәр фаразлауынса, бында затлы тиреләр көмөшкә алмаштырғандар.
Гөлназ Хәйбуллина