3 декабрь - Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Беҙҙең көн геройы - физик мөмкинлеге сикле булыуға ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып барған, дәртле егет - Илнур Атанғолов. «Һәр ваҡыт алға!» тигән девиз менән йәшәй ул.

Тыумыштан ауыр сиргә дусар була Илнур Атанғолов. Әммә уның рух ныҡлығы, маҡсатлы булыуы- тормоштоң тик ыңғай яҡтарын күрергә , һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә ярҙам итә. Илнурҙы физик кәмселеге юғары белем алырға ла, үҙ урынын табырға ла кәртә булып тормай. «Ата - әсәй тәрбиәһе хеҙмәткә өйрәтте, буш ултырырға яратмайым»-,ти геройыбыҙ.

Әле Илнур дүртенсе йыл юридик ойошмала администратор булып эшләй.Үҙ эшенә яратып, яуаплылыҡ менән ҡарай.

Төп эшенән тыш, Илнур инвалидтар ойошмаһының әүҙем ағзаһы ла.Унда үткән һәр сарала актив ҡатнаша. Яратҡан ҡатыны,хәстәрлекле яҡындары, күңеленә ятҡан эше менән бәхетле ул.

Был категория граждандарының күбеһе - донъяға һөйөү менән баға, улар тирә-йүнгә һәр саҡ ыңғай ҡарашта, тормоштоң кәмселектәрен күрмәй. Ә бит арабыҙҙа һау-сәләмәт булып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, яңылыш юлдан киткән кешеләр ҙә аҙ түгел. Илнур Атанғолов кеүектәрҙең Мөмкинлектәре сикле булһала, рух,ихтыяр көсө ҡайһы бер сәләмәт кешенекенән дә юғары.Шуныһы һоҡландыра.

Альбина Байегетова