Баймаҡтың бокс буйынса тәүге тренеры Константин Сентюриндың 70 йәшлек юбилейы уңайынан «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Бөтә Рәсәй турниры үтте. Был спорт төрөн үҙ итеүселәр өс көн дауамында көстәрен һынаны.
Спорт ярышында Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан, Сибай,Учалы ҡалаларынан,Силәбе өлкәһенән барлығы 107 боксер майҙан тотто. Баймаҡ ҡалаһынан Айтуған Байегетов был спорт төрө менән 6 кластан шөғөлләнә. Сираттағы турнир йәш спортсыға уңыш килтерҙе. Үҙ категорияһында Айтуған уңышлы сығыш яһап, еңеү яуланы.
Сәмле ярышҡа райондың бокс буйынса тәүге тренеры Константин Сентюриндың тамаша ҡылыуы оло мәртәбә өҫтәне. Ҡаҙағстанда йәшәһә лә, баймаҡтар менән ул әле лә тығыҙ бәйләнештә. Бөгөн уның тәрбиәләнеүселәре үҙҙәре көслө спортсылар әҙерләй. Физик яҡтан ныҡ булыу, спорт менән шөғөлләнеү - сәләмәтлек нигеҙе. Һәр егет ошоға ынтылырға тейеш.
Урында боксҡа нигеҙ һалған К.Сентюрин хөрмәтенә ярыш 18-се тапҡыр ойошторолдо. Йылдан-йыл турнирҙа ҡатнашыусылар һаны ла арта, шул уҡ ваҡытта уларҙың физик әҙерлеге лә юғары баһалана. Үҙ ваҡытында тыуған ҡалаһында тырышып эшләгән, үҙ юлын дауам итеүселәр әҙерләгән спортсының хеҙмәтен ваҡытында баһалау бик мөһим һәм ҙур әһәмиәткә эйә.
Альбина Байегетова