Өфөлә уҙған төндә Ленин районындағы «Төҙөүсе» баҡсасылар ширҡәтендә сыҡҡан янғында ете йәшлек ҡыҙ баланың һәләк булыу осрағы буйынса енәйәт эше асылды.
Енәйәт эше «һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә килтереү» статьяһы буйынса ҡуҙғатылған. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, ике ҡатлы ағас йортта янғын сыҡҡан мәлдә унда ир менән ҡатын һәм уларҙың ете йәшлек игеҙәк ҡыҙҙары булған. Баланың кәүҙәһе янғын һүндергәндә табылған. Ғаилә пары һәм иҫән ҡалған ҡыҙҙары тән бешеүен дауалау үҙәгенә һалынған. Әле ирҙең хәле - ауыр, әсә менән ҡыҙҙың - уртаса ауырлыҡта, тип баһалана.
Төнгө янғындың электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныштан сығыуы ихтимал. Сөнки күршеләр әйтеүенсә, баҡсасылар ширҡәтендә зәңгәр яғыулыҡ юҡ, хужалар өйҙәрен электр ҡорамалдары менән йылытырға мәжбүр. Шулай уҡ улар ғаиләнең имен булыуын билдәләй, фажиғәгә тарыусылар ағас йортто быйыл йәй генә һатып алған булған.