Тарихи минимум Мәшғүллек хеҙмәте барлыҡҡа килгәндән бирле, йәғни 1991 йылдан һуң, икенсе тапҡыр теркәлгән. Был Волга буйы округы субъекттары араһында уртаса күрһәткестән дә кәмерәк. Ошо турала журналистар менән әңгәмәһендә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
Йыл башынан алып, 23 меңдән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән. Быйыл республикала мәшғүллек кимәлен һаҡлау маҡсатында 4 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, уның яҡынса яртыһы төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән. Бынан тыш, республика мәшғүллек үҙәктәренә 100 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 60 проценты хеҙмәт урыны тәьмин ителгән. Брифинг барышында тағы ла йәштәр һәм инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу, эшһеҙҙәрҙе уҡытыу, хеҙмәт хаҡы кимәле һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.