Ишембай ҡалаһында кадрҙар йәрминкәһе үтте

Ишембай ҡалаһында «Алға» махсус иҡтисади биләмәлә «Аркада», ЗАСПОРТ фабрикаһы» компанияларына кадрҙар йәрминкәһе үтте. Хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү маҡсатында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған сарала предприятие вәкилдәре үҙ компаниялары, эш шарттары менән таныштырҙы.

Йәрминкәлә ҡатнашҡан 330-ҙан ашыу кеше араһынан махсус төркөм булдырылды. Әйткәндәй, «Алға» махсус иҡтисади зонаһының ике резиденты өсөн 800-гә яҡын тегеүсе талап ителә. Уларҙы әҙерләү өсөн «Хеҙмәт баҙарын көйләү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә бушлай уҡыу ҙа ойоштороу ҡаралған.

Махсус уҡыу үткәндәрҙең 70 проценттан ашыуы эш урыны менән тәьмин ителгән. Бөгөн дә предприятиеға кеше йыябыбыҙ. Яңы йылдан һуң «ЗАСПОРТ» теген фабрикаһы эш башлаясаҡ. Шуға ла теләге булған һәр кем әңгәмәгә килә ала. Уның һөҙөмтәһендә бушлай уҡыу үтеп, эшкә урынлашырға мөмкин.

Ольга Рябчикова, Көньяҡ-көнсығыш мәшғүллек үҙәгенең Ишембай районы филиалы директоры