«Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы» тип аталған акция сиктәрендә 15 меңгә яҡын уйынсыҡ йыйылған. Республика балалар клиник дауаханаһында дауаланған малай-ҡыҙҙарҙы ҡыуандырыу сараһына Өфө мәктәптәре, балалар баҡсалары, дәүләт учреждениелары һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡушылған.
Дауаханаларҙа оҙаҡ дауаланған балалар өсөн ҡаралған бокстарҙа уйынсыҡтар, ижад өсөн кәрәк-яраҡтар, конструкторҙар һәм башҡа әйберҙәр урын алған. Табиптарҙың кәңәше буйынса бүләктәр дауаханала хәүефле сирҙәрҙән дауаланған малай-ҡыҙҙарға тапшырыла. Киләһе йыл акцияға республиканың бөтә район-ҡалаларын йәлеп итеү күҙаллана.