Нуриман районы үҙәк дауаханаһында эшләүсе табиптарға торлаҡ асҡыстары тапшырылды

Йорт асҡыстарын йәштәргә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тапшырҙы. Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ойошторолған программаға ярашлы ике ғаилә йортло булды.

Биш йыл дауамында ауыл ерендә эшләгәс өйҙә ташламалы хаҡ менән табиптар үҙ мөлкәтенә күсерә аласаҡ. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһында ауыл тормошон үҫтереү өсөн кәрәкле һөнәрҙәр бйынса эшләгән белгестәр ҡатнашып йортло була ала.