Башҡортостанда финанс грамота буйынса онлайн зачет ойошторола

Финанс белемде камиллаштырыу өсөн уҙғарылған сарала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнаша ала. Рәсәй банкы тарафынан әҙерләнгән һорауҙарға яуап биреп акцияла ҡатнашыусыларға исемле сертификат таратыла. Онлайн зачет мутлашыусыларҙан һаҡланыу, карта менән дөрөҫ файҙаланып ғаилә бюджетын күтәреү өсөн үткәрелә.

Былтыр сарала Башҡортостандандан 23 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Акция Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә 16 декабргә тиклем дауам итә.