«Беҙ - бер планета балалары» республика конкурс-фестиваленең финалы үтте

Өфөлә балалар ижады республика конкурс-фестиваленең финалы үтте. Сарала Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 80 ашыу балалар коллективы ҡатнашҡан. Улар йыр һәм бейеү маһирлығында көс һынашты. 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге конкурсанттар араһына физик мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр ҙә ҡатнашты. Бәйге барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Нефтекама ҡалаһынан «Умырзая» вокал ансамбле конкурсҡа «Тыуған ил» йыры менән килгән. Сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр араһында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа бар. Улар барлыҡ конкурсанттар менән бер сәхнәлә сығыш яһай, йырға-бейеүгә маһирлығын күрһәтә.

Туймазы ҡалаһынан ижади төркөм бәйгегә ҡытай халыҡ бейеүен әҙерләгән. Уны ҡуйырға Пекиндан килгән хореограф ярҙам иткән. Ҡупшы костюмдар, ялтырауыҡлы биҙәүес һәм елпеүестәр - коллектив бәйгегә бер йыл самаһы әҙерләнгән.

«Беҙ - бер планета балалары». Бәйге йыл һайын ойошторола. Быйыл конкурста 80дән ашыу ижади төркөм ҡатнашырға теләк белдергән, шуларҙың 42 финалға үткән. Балалар йыр һәм бейеү маһирлығында көс һынашты. Ижади коллективтар араһына балалар йорттары һәм социаль приют тәрбиләнеүселәре лә бар.

Бәйге аҙағында вокал һәм бейеү номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Фестиваль бер майҙанда төрлө йәштәге таланттарҙы йыйҙы һәм ижад өсөн сиктәр булмауын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Лилиә Мәҡсүтова