Мобилизацияланыусыларҙың яҡындарына матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе буйынса бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында брифинг үтте. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына аҡса түләү тәртибе мөмкин тиклем ябайлаштырылған, бюрократия кәртәләре булырға тейеш түгел.