9 декабрҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә

Был көндө йәмәғәтселек Советтар Союзы, Рәсәй һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының фиҙаҡәр хеҙмәтен һәм ҡаһарманлығын хөрмәтләй.

Байрам алдынан Өфөнөң Орджоникидзе районында район геройҙарына арналған күргәҙмә асылды. Сара ҡунаҡтарын райондың хакимиәт башлығы Альберт Маликов тәбрикләп, экспозицияны тулыландырыуға ғаилә архивында һаҡланған яҙмалар, фотоһүрәттәр менән ярҙам итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Саҡырыуҙы ҡабул итеүселәр араһында алыҫ Тверь һәм Мәскәүҙән ҡайтыусылар ҙа бар ине. Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Ғәблерәүеф улы Хафизов осрашыуға ҡыҙҙары оҙатыуында килһә, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғәлимйән Харис улы Нафиҡовтың ҡыҙы Роза Танделова атаһының орден-миҙалдарының төп нөсхәләрен килтергән.

Ватан Геройҙарын тәбрикләү 2007 йылдан үткәрелә. Бөгөн тәбрикләнгән Геройҙар төрлө йылдарҙы илебеҙ ҡеүәтен күтәреүгә һәм сәнәғәт үҫешенә тос өлөш индергән. Йәмәғәт эштәрен алып барған, өлгөлө ғаилә башлыҡтары тормошо һәм батырлығы йәштәргә өлгө булып тора. Социалистик Хеҙмәт Геройы Тәлғәт Ҡорамшин оҙаҡ йылдар яңы Өфө нефть эшкәртеү һәм 22 -се нефть эшкәртеү заводтарын етәкләй. Атаһының хеҙмәт биографияһына таянып улы хәтер кисәләре үткәргән, китап сығарған.

Атайым бик эшһөйәр кеше ине.Әммә ни тиклем тығыҙ графикта эшләүенә ҡарамаҫтан, беҙҙә эшһөйәрлек сифаттарын үҫтереүгә көп көс һалды. Беҙ тормошта уның кеүек уңышлы кеше булырға тырыштыҡ.

Ринат Ҡорамшин, Тәлғәт Ҡорамшиндың улы