Кушнаренко район мәҙәниәт йортонда янғын-тактик уҡыуҙар үтте

Яңы йыл байрамдары алдынан 85-се янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бындай күнекмәләр даими ойошторола. Айырыуса халыҡ күпләп йыйылған йәмәғәт урындары иғтибарға алына. Был йәһәттән сараның тап мәҙәниәт йортонда үтеүе лә осраҡлы түгел. Байрам кәйефе тыуҙырыу өсөн ҡуйылған иллюминациялар хәүеф тә тыуҙыра. Шуға ла халыҡтың ял сәғәттәре өсөн яуаплылар ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен яҡшы белергә тейеш.

Сценарийға ярашлы, ут сығыуға электр селтәрендәге ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булған. Янғын сигнализацияһы автоматик рәүештә эшләп киткәндән һуң, учреждениенан 85 кеше эвакуацияланған. Янғын-тактик уҡыуҙарға 3 берәмек техника һәм шәхси составтағы 15 кеше йәлеп ителгән.