Башҡортостанда баҡсасылар ширҡәттәренә субсидия алыуҙың икенсе этабы старт алды

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт ярҙамынан коммерция булмаған ойошмалар файҙалана ала. Аҡса биләмәнең һыу һәм электр тәьминәте селтәрен яңыртыуға, эске юлдарҙы төҙөкләндереү, кадастр эштәрен башҡарыуға тотонола. Дәүләт ярҙамын алыуға мохтаж баҡсасылар ширҡәтен урындағы муниципалитет билдәләй. Документтар 13 декабргә тиклем Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә.