Төбәктә 41 газ заправкалау станцияһы эшләй. Был турала Радий Хәбиров Санкт Петербург ҡалаһында «Газпром газмотор яғыулығы» йәмғиәтенең юбилей тантанаһында белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, республикала газды төп яғыулыҡҡа әйләндереү өсөн аныҡ, уйланылған система яйға һалынған. Газ ҡойоу станциялары эшләүсе инвесторҙарға ташламалар, дәүләт ярҙамы ҡаралған.