Октябрьский ҡалаһында республика казак йәмәғәт ойошмаһы форумы ойошторолдо

«Рәсәй халыҡтары дуҫлығы» тип исемләнгән патриотик сарала урындағы халыҡ, мәктәп уҡыусылары, кадеттар, йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Форумда казак йәмәғәт ойошмаһын үҫтереүгә күп көс һалған хәрбиҙәр бүләкләнде.

19-сы быуатта Башҡортостан казактары Уралда иң ҙур һәм көслө берләшмә булып иҫәпләнгән. Ырымбур казактары ғәскәрендә Һамарҙан һәм Өфөнән 150 казак хеҙмәт иткән. 1895 йылдағы ҡануни үҙгәрештәрҙән һуң хәрби ғәскәр эшмәкәрлеге бөтөрөлөп, гражданлыҡ системаһына күсерелә.

Казактар форумында уҙған йыл һөҙөмтәләрен барлап киләһе йылға маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Беҙ казачествоның тарихи юлын дауам итеп йәмәғәт тәртибен һаҡлау, йәштәрҙе паториотик рухта тәрбиәләү өҫтөндә эшләйбеҙ. Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа республика ярҙамына өмөт итәбеҙ.

Максим Дементьев, Өфө-Табын казак йәмәғәт ойошмаһы атаманы