Уйын юлаевсылар өҫтөнлөгө менән башланды. Һөҙөмтә булараҡ икенсе минутта уҡ Алексей Пустозёров иҫәпте асыуға өлгәште. Күп тә үтмәй Семён Чистяков тырышлығы менән дәғүәселәр яуап шайбаһы индерҙе. Артабан яҡташтарабыҙ йәнә алға сыҡты. Был юлы Григорий Панин һуҡҡан шайбаны хужаларҙың ҡапҡа һаҡсыһы кире ҡаға алманы. Киләһе уңышты көйәрмәндәр осрашыу аҙағында ғына көтөп алды. Александр Хмелевски буш ҡапҡа индергән шайба «Салауат Юлаев» клубына 3-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе.
Сираттағы уйынын Өфө хоккейсылары 8 декабрҙә Новосибирскиҙың «Себер» клубына ҡаршы үткәрә. Башҡортостан юлдаш каналында тура трасляция киске сәғәт 6-сы 20 минутта башлана.