Өфөлә халыҡ-ара алыш төрҙәре форумында 3 меңдән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә

Ҙур спорт фестивале 15-19 декабрҙә ойошторола. Унда Рәсәйҙең 50 төбәге һәм сит илдәрҙән көрәшселәр килеүе көтөлә. Форум барышында алыштың 22 төрө буйынса ярыш уҙғарыла. Тренерҙар һәм спортсылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үткәрелә. Бынан тыш, фестиваль барышында һәр кем күпалыш буйынса көсөн һынап ҡарай ала.