Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы комплекслы эшкәртеү инфраструктураһы булдырыла

Хөкүмәт ултырышында инвестиция проекттары ҡаралды. 2025 йылға тиклем Өфө һәм Дүртөйлө ҡалалары, шулай уҡ Краснокама районында сүп-сарҙы эшкәртеү комплекстары барлыҡҡа килә. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә объекттар төҙөлөшө өсөн 10 миллиард һум йәлеп ителә. 2024 йылға тиклем республикала рөхсәтһеҙ сүплектәр ҡалмаҫҡа тейеш.