Башҡортостанға мәктәп автобустары һәм ашығыс медицина ярҙамы машиналары тапшырыла

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин төбәктәрҙә автопаркты яңыртыу буйынса ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бының өсөн 7,2 миллиард һум бүленгән. Киләһе йыл башында беҙҙең республикаға 14 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы һәм 45 мәктәп автобусы ҡайтарыла. Яңы техника ауыл һәм бәләкәй ҡалалар өсөн тәғәйенләнә.