Был турала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин телеграм-каналында белдерҙе. Хаттарҙы ошо адресҡа ебәрергә була: Мәскәү ҡалаһы – 400, артабан хәрби частең һаны күрһәтелә, индекс: 103 400. Хәрби частең номерын хәрбиҙәрҙән белешергә йәки хәрби комиссариаттан алырға була. Максим Забелин икенсе адресты ла яҙған. Мәскәү ҡалаһы, Суворов майҙаны, 2-се йорт, 1-се төҙөлөш, Рәсәй армияһының үҙәк йорто. “Һалдатҡа хат” тигән билдә ҡуйылырға тейеш. “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 8 (347) 276-59-69, мөрәжәғәттәр тәүлек әйләнәһе ҡабул ителә. Башҡортостан Хәрби комиссариатына эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске бишкә тиклем шылтыратырға була. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 272-69-75. Максим Забелин әйтеүенсә, бындай хеҙмәт барлыҡҡа килгәнгә тиклем шәхси посылкалар гуманитар ылау составында ғына ебәрелгән. Хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хат яҙырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта һалдаттар өсөн гуманитар ярҙам туплау дауам итә. Бандеролдәрҙе Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына тапшырырға була. Уның бүлексәләре бөтә ҡала һәм райондарҙа эшләй.