Уҙған тәүлектә Һамар-Өфө-Силәбе юлында үлемесле авария теркәлде

Хәрәкәт итеүсе «Skania» йөк машинаһының кузовы асылып транспорт төҙөлә башлаған ер өҫтө үткәүеленә бәрелгән. Конструкция кабина өҫтөнә төшөп, ауыр йәрәхәтләнгән водителдең ғүмере өҙөлгән.

Тикшереүгә ярашлы, «Skania» йөк машинаһы йәйәүлеләр үткәүеленә бәрелгәс тимер ҡоролма транспорт өҫтөнә ҡолай. Водитель ваҡиға урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Артем Худяков, ЮХХДИ идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау бүлеге инспекторы

Шулай уҡ Яңауыл районында төнгө аварияла ике егеттең ғүмере өҙөлгән. Ҡаймаша ауылы эргәһендә еңел машина «Урал» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Автомобилдәге ике кешенең ғүмере өҙөлгән, өс кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. Йөк машинаһының 26 йәшлек водителенең сәләмәтлегенә зыян килмәгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү ойошторолған.