Федоровка районының Һәйет ауылы ауыл халҡы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашырға ҡарар иткән.
Һәйеттәрҙең хыялы - ауыл клубында капиталь ремонт эштәре үткәреү. Уҙған быуатта төҙөлгән бинаның ҡыйығын һәм йылытыу системаһын яңыртыу, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу талап ителә. 200-ҙән ашыу халҡы булған ауылдың мәҙәниәт усағынан иртәле-кисле кеше өҙөлмәй.
Клубта өлкәндәр һәм балалар фольклор ансамблдәре эшләй, төрлө быуын вәкилдәре өсөн мәҙәни саралар ойошторола, милли йолалар тергеҙелә. Һуҡайлы йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылы элек-электән эшһөйәр һәм йыр-моңға маһир халҡы менән дан тота.