Киләһе аҙнала Башҡортостан бизнес үҙәгенә әйләнә

14 декабрҙә Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы башлана. Ул өс көн дауам итә. Былтыр был сарала 2 мең самаһы кеше ҡатнашҡан, 100 миллиард һумға килешеүҙәр төҙөлгән. Быйыл форум 15-се тапҡыр ойошторола. Конгресс программаһы 50-нән ашыу саранан тора. Унда федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 500 самаһы спикерҙың сығыш яһауы көтөлә.  20 илдән 3 мең вәкилдең ҡатнашыуы, 50-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡарала.