«Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризация» учреждениеһында кадастр иҫәбе һәм хоҡуҡтарҙы теркәүгә документтарҙы тапшырыу хеҙмәтенә иғлан ителгән акция дауам итә. Уға ярашлы, ойошманың рәсми сайты аша техник паспорт һәм техник планға бер юлы заказ биргәндә аҡса түләү талап ителмәй. Хаҡлы ялдағылар иһә учреждение офистары йә күп функциялы үҙәктәргә килеп тә, был хеҙмәт менән бушлай файҙалана ала. Ни бары пенсия таныҡлығын күрһәтергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8-347-246-89-45 телефоны буйынса белергә мөмкин.