Башҡортостанда халыҡ табипҡа яҙыла алмай

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Республика Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков әйтеүенсә, үткән аҙнала “Инцидент-менеджмент” системаһына һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле ялыуҙар артҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бер аҙна элек оператив кәңәшмәлә табипҡа яҙылыуға бәйле мәсьәлә күтәрелгәйне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрына халыҡ менән осрашыуҙар үткәрергә ҡушҡайны. Бөгөн ведомство етәксеһе Айрат Рәхмәтуллин райондарға сыға башлау хаҡында белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала табипҡа бер нисә ысул ярҙамында яҙылырға була. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының берҙәм бәйләнеш телефоны: 122.