Ил Президенты тарафынан ойошторолған йылылыҡ тәьминәтен модернизациялау программаһы тәүгеләрҙән Башҡортостанда индерелде. Төҙөкләндереүҙән һуң Ҡарман электр станцияһы ҡеүәте 316 мегаваттҡа тиклем күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта йылылыҡ менән тәьмин итеү өсөн яғыулыҡ күләме әҙерәк файҙалана башлаясаҡ.
Ҡарман электр станцияһында 2020 йылда башланған төҙөкләндереүҙе «Башҡортостан генерациялау компания»һы йәмғиәте Рәсәйҙә етештерелгән ҡоролмалар ярҙамында башҡарҙы. Алдағы биш йыл эсендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Благовещен ҡалалары эргәһендәге йылылыҡ станцияларын төҙөкәләндереүгә 17 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк тип көтөлә.