Башҡортостанда грипп менән ауырыуҙың 14 осрағы теркәлгән

Киҙеү йоҡтороусыларҙың бишәүһе Өфөлә йәшәүсе граждандар, тип бедерҙе Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш санитар табибы Анна Казак. Ә киҫкен респиратор сирҙәр буйынса эпидемиологик сик 30 проценттан артҡан. Сир йоҡтороусылар араһында 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр 50 процент тәшкил итә.

Ведомствола белдереүҙәренсә, халыҡты грипптан һаҡлауҙа төп сара вакцинация яһатыу һәм йәмәғәт урындарында битлек ҡулланыу.

Иң ауыр штамм H1N1. Ул ауыр формала үтә. Грипптың В штаммы ике кешелә асыҡланған. Барлыҡ анализдар лаборатор тикшеренеүҙәр менән раҫланған. Үкенескә күрә, был пациенттар вакцина эшләтмәгән булған, әлеге ваҡытта уларҙың һаулығына ҡурҡыныс янамай, барлыҡ дауалау саралары күрелә.

Анна Казак, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш санитар табибы

Эш биреүселәр вакцинация үткәреүҙә әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Поликлиникаға вакцина эшләтеүгә заявка биргәндән һуң, махсус белгес тәғәйенләнә һәм ойошмала бүлмә бүленә. Бөгөндән уларҙа пациенттарҙы ҡабул итеү бер сәғәткә оҙайтыла. Халыҡ табиптарға эш көндәрендә иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске туғыҙға, ә шәмбе иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем мөрәжәғәт итә ала.

Ял көндәрендә иртән һигеҙҙән киске бишкә тиклем табипты йортҡа саҡырырға мөмкин. Ауырыусылар һаны саманан тыш артып китһә, беҙ былтырғы кеүек киске 10-ға тиклем эшләйәсәкбеҙ.

Альбина Танһыҡҡужина, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының амбулатор медицина ярҙамын күрһәтеү бүлеге етәксеһе