«Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ»

Онкология сирен еңеүселәрҙе берләштергән Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә бөгөн Өфөлә түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала яман шеш ауырыуын еңеүселәр республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре, табиптар, проект авторҙары менән аралашты, һорауҙарға яуап алды. Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә күргәҙмә лә ойошторолдо.

Күргәҙмәгә ҡуйылған фотоларҙан береһенән -береһе һылыу ҡатын-ҡыҙҙар ҡарай. Улар барыһы ла матур, бәхетле күренә. Әммә үҙҙәрендә яман шеш сире барлығын асыҡлағас, аҙаҡ дауаланғанда ниндәй хистәр кисергәндәрен улар үҙҙәре генә белә. Рүзилә Фәтхетдиноваға 2018 йылда ҡурҡыныс диагноз ҡуялар. Сирҙе иртә асыҡлау һөҙөмтәһендә, ҡатын уны еңеүгә ирешкән.

«Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ» Бөтә Рәсәй проектының төп маҡсаты - яман шеш диагнозы менән йәшәүселәргә ярҙам итеү, дауаланыусы, реабилитация үткән ҡатын-ҡыҙҙарға йәшәү көсө биреү. Рәсәйҙә 4 миллион кеше онкология диагнозы менән йәшәй, уларҙың 80 проценты психологик ярҙамға мохтаж. Әммә йәмғиәттә был ауырыу тураһында асыҡ һөйләмәйҙәр. Яман сир тураһында ишеткәс, күптәр үҙ эсенә бикләнә, шуға күрә был сара уларға үҙ үҙҙәренә яңынан ышанырға ярҙам итә. Проект сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн фотосессия ойошторолдо.

Түңәрәк өҫтәлдә проектта ҡатнашыусылар Республика онкология диспансеры табиптары менән аралашты, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.

Ыңғай үҙгәрештәрҙең береһе - беҙҙең поликлиникала психолог эшләй башлай. Ямаш шеш турһында ишеткәс, күптәр йәшәү көсөн юғалта. Һуңғы өс йыл эсендә милли проект сиктәрендә яман шеш сиренә иғтибар артты, был ауырыуҙарҙы асыҡлауға һәм дауалауға ҙур өлөшөн индерҙе.

Адель Измайлов, Республика онкология диспансеры баш табибы

Республикала йыл һайын 14 мең кешегә яман шеш диагнозы ҡуйыла. Әммә табиптар фекернсә, сирлеләрҙең һаны күберәк булыуы ихтимал. Сирҙе асыҡлау һәм еңеү өсөн белгестәр йыл һайын ойошторолған диспансер тикшереү үтергә саҡыра.

Лилиә Мәҡсүтова