Рәсәйҙең атҡаҙанған артисынан оҫталыҡ дәресе

Бындай мөмкинлеккә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында старт алған проектта ҡатнашыусылар эйә булды. Өфө, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларынан килгән йәш йырсылар Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһы педагогтары менән бергә сәхнә оҫталығы нескәлектәренә төшөнә. Әйткәндәй, проект федераль кимәлдә танылыу яулап, субсидияға эйә булған. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Проектта ҡатнашыусылар инде өсөнсө көн юғары академик вокал серҙәренә төшөнә. Артикуляцияны көйләү, дөрөҫ тын алыу, тауыш диапазонын киңәйтеү - опера йырсыһының көндәлек күнекмәләре. Проект уҡытыусыһы Эльвира Фәтихова әйтеүенсә, сәнғәттә тырышлыҡ тәбиғи һәләт ише төп талап. Райондарҙан килгән егет-ҡыҙҙарҙың да кимәле ярайһы уҡ юғары, ти остаз.

Әммә барыһы ла алда. Ләйсән Мәғәфүрова - проектта ҡатнашыусы 12 студент иҫәбендә. 20 йәшлек ҡыҙ Сибай сәнғәт колледжының 3-сө курсында белем ала. Проектта тағы Өфө һәм Октябрьский ҡалаларынан ҡатнашалар. Театр тормошо менән танышҡандан һуң, күптәр дөрөҫ юл һайлауына инанған.

Хор менән йырлау, үҙеңде сәхнәлә тотоу, сит телдә опера башҡарыу һәм башҡа күнекмәләргә студенттар йыл дауамында өйрәнәсәк. Яҡын арала буласаҡ йырсылар өсөн донъяға билдәле Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов менән оҫталыҡ дәресе ойоштороласаҡ. Йәштәр өсөн был ҙур тәжрибә мәктәбе булмаҡсы.

Проектта ҡатнашыусыларҙы онлайн рәүештә һайлап алдыҡ. Иң тәү сиратта, төпкөл райондарҙа йәшәгән таланттарҙы ҙур сәхнәгә сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Сарала ҡатнашыусылар беҙҙең генә түгел, икенсе профессиональ театрҙарҙа сығыш яһар, тип өмөтләнәбеҙ.

Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе

Проект Мәҙәни башланғыстар Президент фонды субсидияһына тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, театрҙың тағы ла 3 проекты ил бюджетынан матди ярҙам алған. Ә йәштәрҙең сығышын отчет концертында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, ике күсмә тамаша ойоштороу ҡаралған.

Рәзилә Ғиниәтуллина