Башҡортостан ошондай атамалы федераль төҙөлөш программаһында ҡатнаша. Республика Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин белдереүенсә, быйыл бер нисә миллиард һум йәлеп ителгән. Уның ярҙамында ҡалаларҙа инженер, транспорт һәм социаль инфраструктура төҙөлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕгор Родин белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе фатир менән тәьмин итеү маҡсатында, адреслы программа тормошҡа ашырыла. 2023 йылға тиклем 20-гә яҡын хакимиәт биләмәһендә 45 күп фатирлы йорт төҙөү ҡарала. Республикала ауыл ипотекаһын алыусылар артҡан. Башҡортостан был программа буйынса илдә лидерҙар араһында. Йыл башынан 790 льготалы кредит бирелгән. Уның дөйөм суммаһы 2 миллиард һумдан ашыу.